Радий Хәбиров Беларусь республикаһына сәфәр барышында "Гомсельмаш" предприятиеһында булды

  Унда  комбайндар һәм башҡа агротехника  эшләп сығарыла.  Улар Рәсәйгә  һәм башҡа илдәргә  һатыла. Техниканың 70-тән ашыу  моделе  бар.  -  Беҙ  ауыл  хужалығын яңыртыуҙы  дауам итәбеҙ.  Лизинг программалары  буйынса  даими рәүештә Белоруссия  техникаһы һатып алына.  Уға  ихтыяж ҙур, - тине  Радий Хәбиров. Киләсәктә  "Гомсельмаш" комбайндарын  Башҡортостанда  эшләп сығара башлау  планлаштырыла.