Республика инженер лицей-интернатында капиталь ремонт уҙғарыла

Балалар фекерен иҫәпкә алып. Республика инженер лицей-интернатында балаларҙың һәм уҡытыусыларҙың тәҡдимен иҫәпкә алып капиталь ремонт уҙғарыла. Уҡыу йортонда реконструкция федераль программаға ярашлы тормошҡа ашырыла. Проект сиктәрендә лицей уҡыусылары үҙҙәре кабинеттарҙы һәм залдарҙы ҡарап сығып тәҡдимдәрен еткерә ала. Йәштәр төрлө төҫлө ҡағыҙға дәғүәләрен һәм теләктәрен яҙып стеналарға элеп сыҡты.

Лицей-интернат Өфө дәүләт нефть техник университетының предуниверсарийы булараҡ эшләй. Ике ойошманың уртаҡ проектына ярашлы өлкән класс уҡыусыларына техник һәм тәбиғи-ғилми йүнәлештә уҡытыу ойошторола. Улар аҙнаһына бер тапҡыр Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡый. Шуға ла лицейҙы төҙөкләндереү проекты университет белгестәре менән берлектә алып барыла.