Яңы йыл байрамдарынан һуң һәр ғаилә экологик акцияла ҡатнаша ала

Бының өсөн шыршы ағастарын сүплеккә түгел, махсус ойошторлған эшкәртеү үҙәктәренә тапшырыу шарт. «Шыршыны юнысҡыға» тип аталған экологик акция ылыҫлыларҙы йыйып, ағас эшкәртеү заводына оҙатыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Аҙаҡ был юнысҡыларҙан төҙөлөш материладары эшләү күҙаллана.

Шыршыларын эшкәртергә алып килеүселәрҙе акцияны ойоштороусылар тантаналы ҡаршылай. Әкиәт геройҙары һәр кешегә рәхмәт һүҙҙәре әйтеп, мандарин тарата.

Яңы йыл байрамдары үтеүгә ҡарамаҫтан, күптәр шыршыларын һаҡлаған, балалары менән бергә экологик акцияға ҡушылған.

Экологик акцияны ойоштороусылар ҡабул итеү үҙәге янында байрам кәйефе булдырҙы -балалар өсөн уйындар үткәрҙеләр, тәмлекәстәр тараттылар. Яңы йылдың төп атрибуты - ылыҫлы ағастарҙы яҡын-тирәлә йәшәүселәр генә түгел, ә ҡаланың икенсе яғынан да махсус алып килеүселәр ҙә булды. Ылыҫлыларҙы уйынсыҡтарҙан таҙартыу шарты ҡуйылды.

Матур йолаға әүерелгән сара - ылыҫлы ағастарҙы ҡабул итеү иртәнге сәғәт 12нән көндөҙгө 4 кә тиклем ойошторолған. Йыйылған шыршылар ағас эшкәртеү заводына оҙатыласаҡ. Уларҙың юнысҡыларынан төҙөлөш өсөн плиталар, ишектәр, яңы мебель эшләйәсәктәр.

Экологик акция дүртенсе йыл рәттән ойошторола. Баш ҡаланың 12 майҙансығында ошондай ҡабул итеү үҙәктәре эшләй. 29сы ғаинурға тиклем ҡала халҡы шыршыларҙы эшкәртеүгә тапшыра ала.

Лилиә Мәҡсүтова