Хәйбулла районы Йәнтеш ауылы мәҙәниәт йортонда «Һаҡмар моңдары» район конкурсы ойошторолдо

Сәхнәлә ретро йырҙар. Хәйбулла районы Йәнтеш ауылы мәҙәниәт йортонда «Һаҡмар моңдары» район конкурсы ойошторолдо. Хәйбулла районының моңло, һәләтле йырсыларын бер сәхнәгә туплаған сара хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.

Хәйҙәр Таҡалов «Һаҡмар моңдарында» беренсе тапҡыр.Степной ауылында йәшәүсе уҙаман мал табибы булып эшләй. Конкурс үткәрелеүе хаҡында ишеткәс, йыр-моңға һәләтен күрһәтеп, сәхнәгә сығырға ҡарар иткән. Ретро йырҙар башҡарыусыларҙың район конкурсына ул тыуған ауылына араналған»Мәҡсүт» йырын һайлаған.

«Һаҡмар моңдары» район конкурсы һигеҙенсе тапҡыр үткәрелә. Ретро йырҙар башҡарыусылар сараһын ойошторусылар халыҡ араһында илһөйәрлек рухын, художестволы үҙешмәкәр ижадты үҫтереү, яңы һәләттәрҙе асыу маҡсатын ҡуя.

Ретро йырҙарҙы танһыҡлаған тамашасы конкурсанттар сығышын көслө алҡыштарға күмде. Һәүәҫкәр ижадсылар был төбәк халҡына хас тыйнаҡлыҡ, ихласлыҡ, ябайлыҡ менән халыҡсан йырҙар башҡарҙы.

Конкурсанттар ике йыр башҡарҙы. Абруйлы жюри йырсыларҙы тауыш, интонация, ритм, дикция, сәхнә образы талаптарынан сығып баһаланы. Степной ауылынан Ғәрифә Исҡужина»Һаҡмар моңдары-2023» еңеү яуланы. Моң һәм рух байрамынан халыҡ яҡшы кәйеф алып таралды.

Гүзәл Борханова