Бөрөлә «Керәшен һыуыҡтары» фестивале үтте

27-се тапҡыр ойошторолған фестиваль республиканың ғына түгел, күрше өлкәләрҙең дә иң оҫта ижадсыларын бер сәхнәгә йыйҙы. Өс көн дауамында конкурсанттар йыр һәм бейеү номинациялары буйынса көс һынашты. Еңеүселәр исемен БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина белә.

Бөрө ҡалаһы 27-се тапҡыр Башҡортостандың мәҙәни үҙәгенә әүерелде. Төбәк-ара фестиваль-конкурстың ҡатнашыусылар географияһы йылдан-йыл киңәйә. Быйыл бәйге сәхнәһенә республика район-ҡалаларынан тыш, Силәбе өлкәһенән һәм Дағстан Республикаһынан 400-гә яҡын артист күтәрелде.

Конкурс өс көн дауамында барҙы. Тәүге көндө абруйлы жюри эстрада йырҙарын башҡарыусы ижади коллективтар һәм яңғыҙ башҡарыусыларзы баһаланы. Быйылғы фестивалдә конкурсанттар алдында патриотик йыр башҡарыу бурысы тора ине. Межгорье ҡалаһынан килгән «Дәрт» рок-төркөмө «Шайморатов вариҫтары» йырын башҡарҙы. Коллектив фестивалдә беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмай.

Ә Ҡариҙел районынан Радмир Нуретдинов башҡарыуындағы «Иң яҡты йондоҙ» йыры күптәрҙең күңеленә ятты. Йырсы - фестивалдең 1-се дәрәжә дипломанты.

Бейеүселәр араһында ла бәйге көсөргәнешле барҙы. Йәмғеһе конкурс барышында 18 бейеү коллективы ҡатнашҡан. Ә Гран-приға Стәрлетамаҡтан «Антре» бейеү коллективы лайыҡ булды. Ә Ҡырмыҫҡалы районынан «Фантазия» эстрада бейеүҙәре коллективы - 3-сө дәрәжә дипломанттары.

Ошо йылдар эсендә фестиваль сиктәрендә Бөрө мәҙәниәт йорто сәхнәһенә 8 меңгә яҡын йырсы һәм бейеүсе сыҡҡан. Конкурс икенсе йылға ла үтер, тип күҙаллана.