Башҡортостан Милли музейында 1812 йылғы Ватан һуғышының 210 йыллығына арналған түңәрәк өҫтәл үтте

Билдәле тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр рус армияһының сит илдәрҙәге походтары, алыштары тураһында тарихи материалдар менән сығыш яһаны. Сара сиктәрендә башҡорт батырҙары исемдәрен мәңгеләштереү мәсьәләһе күтәрелде. Музейға килеүселәр архив документтар, фотоһүрәттәр экспозицияһы, «Төньяҡ амурҙары»ның яу яланы кейемдәре, ҡоралдары менән танышты.