Шишмә районында ҡатын-ҡыҙҙар араһында туп һуғып хоккей уйнау буйынса Беренсе чемпионат үтте

Коньки урынына - быйма. Шишмә районында ҡатын-ҡыҙҙар араһында туп һуғып хоккей уйнау буйынса Беренсе чемпионат үтте. Спорт ярышын Түбәнге Хәжәт ауылы халҡы үҙҙәре ойошторҙо. Сәләмәт тормошто үҙ итеп, «Айыҡ ауыл» республика конкурсының муниципаль этабын уңышлы үткән замандаштарыбыҙ менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты.

Ҡулда - сәкән, аяҡта - быйма. Тәүгеләрҙән булып хоккей майҙансығына Күсем менән Дурасов ауылдары командалары сыҡты. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында ойошторолған турнир тәүге секундтарҙан уҡ көсөргәнешле башланды. Тупты ҡапҡаға индереү өсөн барыһынан да етеҙлек талап ителде. Ярыш ҡырҡ йәштән өлкәнерәктәр араһында уҙғарылды, иң өлкән уйынсы 73 йәштә ине. Һәр команданың үҙенә генә хас кейеме.

Район кимәлендә быймала хоккей уйнау башланғысы менән Түбәнге Хәжәт ауылы халҡы сыҡҡайны. Саҡырыуҙы күрше ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә дәррәү күтәреп алған. Журналистар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре араһында ла йыйылма командалар туплана. Һәр ҡайһыһын көйәрмәндәр ҡеүәтләп торҙо.

Алты команданан тик икәүһе генә финалға етте. Күсемдәргә ҡаршы майҙан хужалары уйнаны. Тигеҙ иҫәп булғанға күрә, еңеүсе команда буллиттар буйынса билдәләнде. Түбәнге Хәжәт ауылы командаһы капитаны Нурия Иҙрисованың тырышлығы менән беренселек яулана.

Түбәнге Хәжәт ауылы йыйылма командаһында «Фатима» фолькор төркөмөндә шөғөлләнгән гүзәл заттар булды. Быймала хоккей уйнауҙа еңеү яуланғандары өсөн уларға районы хакимиәте башлығы Кубогы тапшырылды. Әйткәндәй, урындағы халыҡ быйыл «Айыҡ ауыл» республика конкурсының «Бәләкәй ауылдар» номинацияһында ла беренселек алырға ниәтләгән.

Сәләмәт тормошҡа әйҙәүсе саралар планы ла билдәләнгән. Сатлама һыуыҡтарҙа иһә самауыр сәйе йылыта.

Хоккей майҙансығы буш тормаясаҡ. Тиҙҙән бында ир-егеттәр араһында ла ошондай уҡ ярыш уҙғарыу планлаштырылған. Быйма кейеп, сәкән һуғырға теләүселәр күрше ауылдарҙан ғына түгел, шулай уҡ башҡа район-ҡалаларҙан да саҡырылған.

Гөлназ Хәйбуллина