«Комбат» асыҡ республика турнирында хужаларҙан тыш, Өфө, Сибай, Магнитогорск ҡалалары һәм Хәйбулла районы спортсылары ҡатнашты. Буласаҡ ил һаҡсыларын Тамерландың әсәһе һәм Башҡортостан башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов сәләмләне. Ҡыҙыу алыштар барышын БЮТ ижади төркөмө күҙәтте.
Әбйәлил районы һәр ваҡыт үҙенең ҡурҡыу белмәҫ улдары менән дан тота. Былтыр йәй был исемлек тағы ла бер Герой менән тулыланды. Асҡарҙа тыуып-үҫкән Тамерлан Илһамов махсус хәрби операцияла оло батырлыҡ күрһәтте. Тиңһеҙ ҡаһарманлығы өсөн башҡорт егетенә үлгәндән һуң, Рәсәй Геройы исеме бирелде.
Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың яҡты иҫтәлегенә арналған ярыш 120-нән ашыу мәктәп уҡыусыһын бер келәмгә йыйҙы. Турнирҙа Башҡортостан төбәктәренән тыш, күрше Силәбе өлкәһе вәкилдәре лә ҡатнашты. Йәш спортсылар 23 ауырлыҡ үлсәмендә көслөләрҙе билдәләне.
Ярышты асыу тантанаһында Рәсәй Геройының әсәһе лә ҡатнашты. Айгөл Милләт ҡыҙы әйтеүенсә, Тамерлан ғаиләлә ҡатын-ҡыҙҙар тәрбиәһендә генә үҫә. Әммә был уға ысын ир-егет булып буй еткерергә ҡамасауламай. Сөнки бала саҡтан спорт менән шөғөлләнә. Ярыш үткән «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексы уның иң яратҡан урындарының береһе була.
Дөйөм алғанда, призлы урындар өсөн көрәш көсөргәнешле һәм ярайһы уҡ тигеҙ барҙы. Бөтә командалар ҙа тиерлек үҙҙәре менән төрлө дәрәжәләге миҙалдар алып ҡайтты. Ойоштороусылар Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамов иҫтәлегенә ярышты киләһе йылдарҙа ла даими уҙарып торорға килеште.
Илдар Байбулатов