«Мәргән уҡсы» хәрәкәте республиканың көньяҡ өлөшөндәге туғыҙ районда традицион йәйәнән уҡ атыу буйынса секция ойоштороуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Иҫәп буйынса етенсе секция Федоровкала асылды. Семинарҙа ҡатнашыусы белгестәр башҡорттарҙың милли кейеме, атыу ысулдары, ярыш-фестивалдәр менән таныштырҙы.
Хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инструктаж үткәндән һуң, практик дәрес уҙғарылды. Күләмле проект Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырыла. Сираттағы күнекмә 4 февралдә Ғафури районында үтә. Семинарҙар бушлай, теләге булған һәр кем килә ала.