Әлшәй районы халҡы Рәсәй Геройы Алмаз Сафинды һуңғы юлға оҙатты

Хушлашыу митингы ҡаһарман яҡташыбыҙ тыуып-үҫкән Раевка ауылында үтте. Матәм сараһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, яугирҙың туғандары, дуҫтары, яҡташтары ҡатнашты. Республика башлығы Алмаз Сафиндың ғаиләһенә Шайморатов орденын тапшырҙы. Мең ырыуы батыры менән хушлашыу сараһынан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Шундай һөнәр бар - Ватанды һаҡлау. Алмаз Сафин өсөн был ҡанатлы һүҙҙәр генә түгел, тормош асылы, мәғәнәһе. Ул бар ғүмерен хәрби хеҙмәткә арнай. Әрме сафынан һуң контракт буйынса Новосибирск хәрби училищеһында ҡала, десант ғәскәрҙәренә егеттәр әҙерләй. Хәрби операцияға ул былтыр сентябрҙә ҡушыла, 237-се парашют-десант взводын етәкләй. Ҡаһарман яҡташыбыҙҙың ғүмере Красный Лиман йүнәлешендә барған алышта өҙөлә. Тәжрибәле старшина ҡаршы яҡтың һөжүмгә әҙерләнеүен аңлап ваҡытында ут асырға ҡуша, дошмандарҙың техникаһын һәм төп көстәрен юҡ итә. Әммә үҙе алған ҡаты яраларҙан һәләк була.

Алмаз Сафин 1985 йылдың 4 октябрендә Әлшәй районы Раевка ауылында тыуған, 2-се мәктәпте тамамлаған. Ул бала саҡтан ҡыйыулығы, яуаплылығы менән айырылып торҙо, һәр ваҡыт тиҫтерҙәренә ярҙам ҡулы һуҙҙы, физик яҡтан көслө булды, спортты яратты, тип хәтерләй класс етәксеһе Эльвира Иҙиәтуллина.

Алмаз Сафин ике ҡыҙы менән улына ла, туғандарына ла ныҡлы таяныс, терәк була. Атаһы үлгәндән һуң әсәһен бар яҡлап та ҡурсаларға тырыша. Хәрби операцияға юлланыуын да әсәһенә әйтмәүҙәрен, ҡайғыртмауҙарын һорай. Тәжрибәле яугир булараҡ илгә хәүеф янағанда мин ситтә ҡала алмайым, һеҙ тыныс тормошта йәшәһен өсөн мин барырға тейешмен, ти ул ҡустыһына ла...

Алмаз Сафинға хәрби бурысын үтәгәндәге батырлығы өсөн Ил Президенты указы менән Рәсәй Геройы исеме бирелде. Башҡортостан башлығы бөгөн яҡташыбҙҙың ғаиләһенә Шайморатов орденын тапшырҙы. Әлшәйҙәр әйтеүенсә, Алмаз Миңлеғәле улы ҡаһарман ата-бабаларының лайыҡлы вариҫы, Ватанының тоғро улы.

Рәсәй Геройы Алмаз Сафин Әлшәй районының Шафран ауылындағы туғандар ҡәберлегендә ерләнде. Яҡташтары ҡаһарман улының исемен мәңгеләштерергә лә ниәтләй, Герой уҡыған мәктәпкә исемен биреү, музейҙа мөйөш булдырыу күҙаллана.

Рәмзиә Кәримова