Өфөлә билдәле башҡорт композиторы Хөсәйен Әхмәтовтың тыуған көнө уңайынан концерт ойошторолдо

Өфөлә билдәле башҡорт композиторы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөсәйен Әхмәтовтың тыуған көнө уңайынан концерт ойошторолдо. Башҡорт дәүләт филармонияһына халыҡсан әҫәрҙәр ижад итеүсе сәнғәт әһеленең исеме юҡҡа ғына бирелмәгән.

1946 йылда Хөсәйен Әхмәтов филармонияның художество етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Республиканың күп кенә музыка коллективтарын ойоштора. Йыл һайын композиторҙың тыуған көнөндә филармония сәхнәһендә Хөсәйен Әхмәтов ижад иткән әҫәрҙәр: пьесалар, романстар, опералар һәм сюиталар яңғырай.