Ошо маҡсатта Манышты ауылында үткән Биграрыҫлан Солтанов исемендәге милли һәм этник спорт төрҙәре буйынса ойошторолған республика ярышы үтте. Ул күптәргә профессиональ башҡорт һынлы сәнғәтенә нигеҙ һалыусы Ҡасим Дәүләткилдиевтың картинаһы аша таныш. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Салт ҡояш йылмайып торһа ла, Манышты ауылы биләмәһендә 29 градус һыуыҡты күрһәтә. Был ярышта ҡатнашыусыларҙы бер ҙә ҡурҡытманы. Һунар саңғыһын кейеүселәр алға, еңеүгә ынтылды.
Һунар саңғыһы урман башҡорттары араһында ҡалтағай тип йөрөтөлә. Ул элек халыҡ көнкүрешендә киң файҙаланылған.
Милли һәм этник спорт төрҙәрен берләштергән республика ярышының Бигарыҫлан Солтанов исеме аҫтында ойошторолоуы осраҡлы түгел. Ул күптәргә профессиональ башҡорт һынлы сәнғәтенә нигеҙ һалыусы Ҡасим Дәүләткилдиевтың «Һунарсы башҡорт» картинаһы аша яҡшы таныш. Ижади эш төрлө илдәрҙә күргәҙмәләргә сығарылған.
Ҡыҙғанысҡа, Бигарыҫлан Солтанов үҙе сәйәси золом ҡорбанына әйләнә.
Ҡасим Дәүләткилдиевтың картина геройының исемен мәңгеләштереү, уның исемен халыҡҡа ҡайтарыу сараһы булып тора.
Ошоға бәйле, трасса өс төр һынауҙан торҙо. Тәүҙә ҡатнашыусыларға ян тартып уҡ атһа.
Ә икенсе һынауҙа пневматик ҡоралдар сәпкә тоҫҡалды. Иң ҡатмарлыһы махсус эшләнгән һөнгөләрҙән йәнлек макетына тейҙереү булды.
Ҡыҫҡаһы, ярыш ҡатнашыусылары һыр бирмәҫкә тырышты. Шулай ҙа араларында саңғыларҙа ҡолағаны ла, төрлө хәйләгә барғандары ла булды. Ваҡытҡа түгел, улар бар һынауҙарҙы ла уңышлы үтеү өсөн ярышты. Һөҙөмтәлә ир-егеттәр араһында Алмас Хажиәхмәтов беренсе урын яулаһа, ҡатын-ҡыҙҙарҙан Әбйәлил районы Оло Йылға ауылынан Әлфиә Сәғәҙәтова еңеүсе тип табылды. Улар икеһе лә спорт саңғыһы менән бүләкләнде.
Әйткәндәй, Оло йылғалар «Айыҡ ауыл» конкурсының район этабын үтеп, бөгөн республика кимәленә сыҡҡан. Шуға ла 10 февралдә Оло йылғала ла ырыуҙар араһында саңғысылар ярышы үтеүе көтөлә. Ә Маныштыла данлыҡлы ауылдаштарының исемен мәңгеләштергән сара киләһе йылдарҙа ла дауам итәсәк. Милли һәм этник спорт төрҙәрен пропагандалаған сираттағы бәйгене ғинуарҙың өсөнсө шәмбеһендә ойошторорға ҡарар ителде.
Азат Ғәлиуллин