Был юлы мобилизацияға йәлеп ителгәндәр һәм Салауат Юлаев исемендәге өсөнсө батальон өсөн махсус саралар, транспорт, аҙыҡ-түлек һәм туғандарынан посылка килтерелде. Хеҙмәт командировкаһында булған табиптарға ла ярҙам күрһәтелде. БЮТ ижади төркөмө гуманитар конвойҙы ҡаршы алыуҙан тыш, башҡорт яугирҙары менән дә аралашты. Был хаҡта БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов репортажы.
Иҫәп буйынса унынсы медицина десанты Донбаста үҙ эшенә тотондо. Табиптар әйтеүенсә, юлһыҙ ерҙән медикаменттар ташыу йәки ауылдарҙағы өйҙәргә барыу менән ҡыйынлыҡтар килеп тыуған. Шуға ла улар Башҡортостан властарына мөрәжәғәт иткән. Бәхеткә күрә, ярҙам оҙаҡ көттөрмәгән.
Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса ойошторолған 17-се гуманитар конвой иң күләмлеһе булды. Дөйөм алғанда - 34 автомобиль, шул иҫәптән 11 күп тонналы фура. Йөктө бөтә Башҡортостан халҡы йыйған. Яугирҙарға ылауҙы район хакимиәттәре башлыҡтары һәм муниципалитет вәкилдәре килтерҙе. Мәҫәлән, Дыуан районы йүнселдәре исеменән Салауат Юлаев батальонына вездеход тапшырылды.
Хәрбиҙәр машинаны юғары баһаланы. Һуңынан улар кабинала ятҡан иң ҡиммәтле йөк - балалар яҙған хаттарҙы уҡыны.
Хөкүмәт вице-премьеры Ирек Сәғитов юлаевсыларға гуманитар йөк, махсус саралар һәм автомобилдәр алып килгән. Батальондың батырлыҡ күрһәткән яугирҙары дәүләт наградалары менән бүләкләнде.
Артабан гуманитар конвой мобилизацияға йәлеп ителгән яҡташтарыбыҙға юлланды. Внедорожниктарҙан тыш, улар республика етәкселегенән аҙыҡ-түлек, эсәр һыу, компьютерҙар һәм махсус саралар һораған. Хәрбиҙәр билдәләүенсә, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров фронттағыларҙың хәле менән даими ҡыҙыҡһынып тора.
Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, Башҡортостан яугирҙарының бөтә мәсьәләләрен хәл итеү бурысы Азат Бадрановҡа йөкмәтелде. Юғары вазифа биләүенә ҡарамаҫтан, ул былтырҙан үҙ теләге менән махсус хәрби операция биләмәһендә.
Башҡортостан тарафынан күрелгән даими хәстәрлек үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаҫ. Һәр хәлдә хәрбиҙәр әйтеүенсә, улар үҙҙәренә ҡуйылған бурысты намыҫ менән үтәп, еңеү менән тиҙерәк тыуған ерҙәренә ҡайтырға ниәтләй.
Илдар Байбулатов