Башҡортостан Хөкүмәтендә яҙғы ташҡынды имен уҙғарыу мәсьәләләре ҡаралды. Былтыр ҙур һыуҙы тыныс үткәреүгә өлгәшелде. Йылғаларҙа боҙ тығындарын шартлатыу буйынса ваҡытында килешеүҙәр төҙөлдө һәм эштәр башҡарылды. “Быйыл да тейешле сараларҙы алдан хәстәрләү мөһим”, - ти республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡортостанда яҙғы ташҡын апрель аҙағында башлана. Уның иң көслө осоро май байрамдарына тура килә.