Баймаҡ районы Билал ауыл мәктәбендә самбо буйынса секция эшләй

Йәш спортсыларҙы үҫтереп. Баймаҡ районы Билал ауыл мәктәбендә самбо буйынса секция эшләй. Унда Күгиҙел, Һәмән, Билал ауылынан 30-ға яҡын егет һәм ҡыҙ шөғөлләнә. Тулыраҡ, киләһе сюжетта.

Билал ауылы мәктәбендә самбо секцияһы ойошторолоуға бер йыл. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә спортсылар яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Ноябрҙә Баш ҡалала үткән Бөтә Рәсәй балалар турнирынан тренер Марсель Юлдашев тәрбиәләнеүселәре еңеү менән ҡайта. Рәсәйҙең 17 төбәгенән меңгә яҡын ҡатнашыусы үҫмерҙәр араһында Әлиә һәм Лилиә Йәнгилдиналар, Ирәндек Йәнгилдин үҙ категорияларында өсөнсө урынға лайыҡ була.

Ауыл мәктәбендәге секцияға 6 йәштән 17 йәшкә тиклемге уҡыусылар теләп йөрөй. Ата-әсәләр, мәктәп етәкселеге ярҙамы менән спорт менән шөғөлләнеү өсөн түшәмдәр алына, уңайлы шарттар тыуҙырыла. Ауыл балалары өсөн бындай мөмкинлек булдырылыуы - барыһы өсөн дә оло ҡыуаныс.

Самбо- донъяла киң танылыу яулаған спорт төрө. Ул үҙ -үҙеңде яҡлауға ғына ҡайтып ҡалмай, шулай уҡ сыҙамлылыҡ, рух ныҡлығы тәрбиәләй. Һуңғы йылдарҙа районда дзюдо нигеҙендә барлыҡҡа килгән был спорт төрөнөң үҫеше күҙәтелә. Әммә тренерҙар етешмәй. Сығышы менән Дәүләкәндән булған Марсель Юлдашев Билал ауылынан тыш, Темәс һәм Баймаҡ ҡалаһында ла самбо буйынса дәрестәр алып бара.

Альбина Байегетова