Өфөлә авиамоделдәр төҙөү спорты буйынса шәхси-команда беренселегенә республика асыҡ ярыштары үтте

Өфө авиация техникумы биләмәһендә авиамоделдәр төҙөү спорты буйынса шәхси-команда беренселегенә республика асыҡ ярыштары ойошторолдо. Асҡар ауылы үҫмерҙәре планерҙар ярышында тәүгә ҡатнашмай. Техникаға әүәҫ балалар командаға тупланып Рәсәй, Волга буйы федераль окуругы ярыштарында еңеү яулаған. Республика ярыштарына улар планерҙарына етеҙлек өҫтәлһен өсөн осоп йөрөүсе аждаһа символын һынландырған.

Әбйәлил районы техниктар станцияһының үҫмерҙәре Силәбе, Екатеринбург үҫмерҙәре менән дә планерҙар осороуҙа көсөн һанаған. Ярыштарҙа әбйәлилдәргә уңыш йылмайған. Улар бер-нисә йыл дауамында ике төркөмдә шөғөлләнә. Тәүгеһенә, самолет һәм квадрокоптерҙар йыйылғанында 70, ә икенсе төркөмдә, пилотһыҙ аппараттар ҡорау түңәрәгендә 15 бала йәлеп ителгән.