Был турала Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Риф Ғүмәров белдерҙе. Былтыр өҙлөкһөҙ һауа патруле боҙ тығындары барлыҡҡа килеүен һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү мөмкинлеге биргән. Әммә уяулыҡты юғалтырға ярамай, тине Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров. Боҙ тығындарын шартлатыу буйынса килешеүҙәрҙе алдан уҡ хәстәрләү мөһим, тине хөкүмәт етәксеһе.