Асҡын йүнселдәре дәүләт ярҙамында ит һәм һөт ризыҡтары етештереү цехы асҡан

Әҙер продукцияны улар район үҙәгендәге үҙ сауҙа нөктәләрендә һата. Эшҡыуар етештереү процессына ауылдаштарын йәлеп итеп, тиҫтәгә яҡын кешене эш менән тәьмин иткән. Ирле-ҡатынлы йүнселдәрҙең киләсәккә пландары менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина ҡыҙыҡһынды.

Был уңған ҡулдар көнөнә 60-шар килограмм ярымфабрикат әҙерләй. Ассортиментта билмән, манты, голубцы, эремсек билмәне бар. Даими рәүештә цехта ике смена буйынса 3-әр хеҙмәткәр эшләй. Өҫтәмә эш эҙләп килеүселәр ҙә аҙ түгел. Киләсәктә цех хужалары эште ярым автоматлаштырып, етештереү ҡеүәтен арттырырға ниәтләй.

Ә был цехта тәүлек әйләнәһенә тиерлек һөттө пакеттарға тултырыу ҡоролмаһының тауышы бер ваҡытта ла тынмай. Минутына 24 берәмек һөт тултырыла. Аппараттың эшен оператор көйләй. Тәүлек ҡеүәтенә килгәндә, цех 5 тоннаға тиклем аҡ эшкәртә ала.

Һөт һәм ит эшкәртеү цехтары өсөн сеймал Ғилемшиндарҙың үҙҙәренеке. Бөгөн уларҙың хужалығында 50 баш мал иҫәпләнә. Мал аҙығын да ситтән һатып алыу ихтыяжы юҡ. Фермала эште шулай уҡ урында йәшәүсе бер нисә хеҙмәткәр алып бара. Хужалар һөттөң сифатына айырыуса ҙур иғтибар бүлә.

Үҙҙәре етештергән һөт һәм ит продукцияһын йүнселдәр район үҙәгендәге сауҙа нөктәһендә һата. Кибеттәге тауар ассортиментты киң. Бында хатта күрше ауылдарҙан да киләләр. Һатыу алыусыларҙы продукцияның юғары сифаты һәм хәләл булыуы йәлеп итә.

Кибет кәштәләрендә ҡатыҡ, эремсек, үткәрелгән ит һәм башҡа продукция һатып алырға мөмкин. Һөт һәм ит продукцияһын етештереү цехтарын һәм сауҙа нөктәһен Ғилемшиндар дәүләт ярҙамында төҙөгән. Федераль программа сиктәрендә ошо маҡсатҡа 16 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. «Ҡулланыусыларҙың ҡәнәғәт булыуы беҙҙең өсөн иң мөһим баһа», ти хужалар.

Киләсәктә Ғилемшиндар етештереү ҡеүәтен арттырыу маҡсатында яңы ферма төҙөмәксе. Ул 300 баш мал аҫрауға иҫәпләнер, тип көтөлә. Участка һатып алынған, алда рәсми документтарҙы юллау эше тора.

Рәзилә Ғиниәтуллина,