Башҡортостан ойошмалары президент грантына икенсе конкурста ҡатнаша ала

Документтар электрон рәүештә 1 февралдән 15 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Конкурста коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҡатнаша. Улар 11 йүнәлеш буйынса заявка бирә ала. Республика Йәмәғәт палатаһы консультацион ярҙам күрһәтә. Быйылғы беренсе конкурста Башҡортостандан 57 проект президент грантына эйә булды.