Башҡортостан командалары КВН-да сығыш яһай

Сочиҙа халыҡ-ара фестиваль үтте. Унда беҙҙең республиканан 14 команда ҡатнашты. Фестиваль һөҙөмтәләре буйынса Өфөнән “Махсус фекер” (“Особое мнение”) командаһы һайлап алынды. Яҡташтарыбыҙ быйыл юғары лигала сығыш яһай. Был уйындар Беренсе каналда бара. Салауаттан “Матур ҡыҙҙар ҡалаһы” (“Город красивых девушек”) командаһы премьер-лигаға үтте. Уны СТС телеканалы күрһәтә.