Башҡортостанда янғын хәүефе миҙгеленә әҙерләнәләр

Әле техника һәм башҡа кәрәк-яраҡ ремонтлана, тип хәбәр итәләр Урман хужалығы министрлығынан. Уҙған йылда махсус техника алыу өсөн федераль ҡаҙнанан 23 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән. Беҙҙең республика урман янғындарын һүндереү сифаты буйынса илдә алдынғы төбәктәр рәтендә. 2022 йылда Башҡортостанда 318 гектар урман биләмәһе янды.