Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Интернационал, Ҡулса, Невский, Беренсе май, Бикбай, Пархоменко, Ибраһимов урамдарында авариялар йыш теркәлә. Был көндәрҙә юл полицияһы махсус рейд уҙғара. 29 ғинуарға тиклем машиналарҙың урам киҫелештәрен үтеү тәртибенә иғтибар бирелә.