Ауыл хужалығы министрлығынан ошо турала белдерҙеләр. Эшлекле йыйында коммерция булмаған баҡсасылыҡ ширҡәттәрен үҫтереү, уларҙы электр, һыу менән тәьмин итеү, юл һалыу, сүп-сар сығарыу мәсьәләһе ҡарала. Майҙансыҡтарҙа белгестәр консультация бирәсәк, тип хәбәр итә ойоштороусылар. “Һуңғы йылдарҙа баҡсасылар арта. Оло йәштәге кешеләр генә түгел, йәштәр ҙә баҡса ҡарай, йәшелсә-емеш үҫтерә. Ғаиләһе өсөн запас әҙерләй”, - ти Өфө лимонарийы етәксеһе, танылған селекционер Фәриҙә Садыҡова. Баҡсасылар күбәйеүе яҡшы күренеш. Кешеләр ер ҡәҙерен белергә өйрәнә, экологик яҡтан таҙа продукция ала, тип иҫәпләй ул.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБаҡсасылар форумы 17-18 февралдә була. Ул Өфөнөң “Торатау” Конгресс-холында ойошторола. Былтырғы йыйын 15 апрелдә үтте. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Республикала баҡсасылыҡ ширҡәттәрен үҫтереү өсөн 116 миллион һум аҡса йүнәлтелде.