Был стратегик мәсьәлә һәм уның үтәлешенә халыҡтың һатып алыу мөмкинлеге, ә үҙ сиратында производство үҫеше һәм төбәк иҡтисады ла бәйле. Шуға күрә билдәләнгән бурысты тормошҡа ашырыуға бар кимәл властар ҙа ҡушылырға тейеш, тине Андре Назаров хөкүмәт ултырышында.
Ошо маҡсатта йәшәү минимумынан түбән килем алыусылар һанын кәметеү буйынса республика программаһы камиллаштырыласаҡ. Ул биш төп йүнәлештән тора. Атап әйткәндә, өҫтәмә эш урындары булдырыу һәм ошо рәүешле халыҡтың килемен яҡшыртыу. Андрей Назаров программаның үтәлеше буйынса квартал һайын отчет бирергә ҡушты.