Өфөнөң мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында профессиональ йүнәлеш биреүсе проект тормошҡа ашырыла

Балалар баҡсаһындағы инновацион майҙансыҡ. Өфөнөң Калинин районындағы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында икенсе йыл профессиональ йүнәлеш биреүсе проект тормошҡа ашырыла. Ошо рәүешле тәрбиәләнеүселәр хәҙерге һөнәрҙәргә төшөнә. Бөгөн эштең һөҙөмтәлелеген арттырыуға маҡсатында юғары уҡыу йорто менән бергә инновацион предприятие араһындағы хеҙмәттәшлек булдырылған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Балалар командала эшләргә тырыша. Теге йәки был техника йыйыла. Фантазияларын ың сиге юҡ. Кескәйҙәр телендә Йыһанды өйрәнеүсе аппараттар, хәрби тармаҡ ҡоролмалары бөтөнләй икенсе сүрәттә күҙ алдына баҫа.

Ошо рәүешле балалар эшсе һөнәрҙәрҙе үҙләштерә. Ябай конструкторҙарҙы ҡороп-йыйыу малай -ҡыҙҙарҙың техникаға һәләтен үҫтереп ҙур донъяға ишек аса.

Өфөнөң Калинин районына ҡараған 107-се баҡсаға башлыса предприятие-комбинатта эшләгән ата-әсәләрҙең балалары йөрөй. Шуға ла эшсе һөнәрҙәр донъяһы малай-ҡыҙҙар өсөн ят түгел. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы коллективы инновацион майҙансыҡты ла ошо нигеҙҙә булдырған да инде.

Азат Ғәлиуллин