Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн «Ал сәскә» мюзиклы ҡуйылды

Ҡырмыҫҡалы районы мәҙәниәт йортонда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн «Ал сәскә» мюзиклы ҡуйылды. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары сығышына Архангел һәм Ғафури райондары вәкилдәре лә шаһит булды. Башҡортостан эшҡыуарҙарының ирекмәндәр штабы тарафынан ойошторолған хәйриә сараһын беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Бай сауҙәгәрҙең эш буйынса алыҫтағы батшалыҡҡа юлға сығыр алдынан өс ҡыҙы менән осрашыуы. Атаһын оҙатҡанда, өлкәне бүләккә алтын венок, уртансыһы гәлсәр көҙгө һорай. Ә бына кинйә ҡыҙы яҡын кешеһенең иҫән-һау ҡайтыуын ғына теләй.

«Ал сәскә» әкиәте заманса телдә яңғырай, йырҙар һәм бейеүҙәр менән байытылған. Ҡырмыҫҡалы сәхнәһендә баш ҡала артистары ҡуйған мюзиклды ҡарарға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары саҡырылғайны. Хәйриә сараһына иң кескәйҙәрҙе әсәйҙәре оҙатып килгән. Ғаилә ҡиммәттәрен күтәреп сыҡҡан әҫәр һәр кемдең күңеленә ятты.

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы тарафынан ҡуйылған мюзиклда 25 сәхнә оҫтаһы уйнай, улар араһында Башҡортостандың халыҡ һәм атҡаҙанған артистары ла бар.

Мюзикл махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн бушлай ҡуйылды. Хәйриә сараһын ойоштороусылар булараҡ Башҡортостан эшҡыуарҙарының ирекмәндәр штабы сығыш яһаны. Ойошма хәрбиҙәргә гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнаша, уларҙың ғаиләләренә юридик, психологик консультациялар уҙғара. Шулай уҡ балалар ҙа иғтибар үҙәгендә.

Хәйриә акцияһы сиктәрендә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары Архангел районында ла сығыш яһағайны. Артистар эшҡыуарҙар һәм ирекмәндәрҙең изге башланғысын ҡеүәтләп, хеҙмәттәшлекте артабан да дауам итергә ниәтләй.

Гөлназ Хәйбуллина