Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә газ үткәреүҙе тамамлау буйынса социаль программа тураһында яҙып сыҡты. Газ селтәре булған тораҡ пункттарҙа, зәңгәр яғыулыҡты йорт биләмәләренең сигенә еткереү башланғысын ил Президенты тәҡдим иткәйне. Башҡортостан башлығы яҙыуынса, программа эшләй башлағандан алып Башҡортостанда 30 мең йорт газға тоташтырылған, 19 мең ғаилә зәңгәр яғыулыҡ менән файҙалана башлаған.
Радий Хәбиров шулай уҡ, айырым ҡатлам ғаиләләргә газ тоташтырыуға сертификат бирелеүен дә билдәләне. Йыл башынан уның номиналы 100 мең һумға еткерелде. Льгота менән файҙаланыу өсөн сиратҡа баҫыу өсөн Республиканың халыҡҡа социаль ярҙам үҙәгенә йәки күп функциялы үҙәк бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.