Башҡортостан урындағы халыҡтарҙың телдәре нигеҙендә полилингваль мәктәптәр төҙөүгә курс алған берҙән-бер төбәк һанала. Бөгөн Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Нефтекамала ошондай дүрт заманса мәктәп эшләп килә. Уларҙа 5 меңгә яҡын бала уҡый. Яңы мульти телле белем биреү учреждениелары яҡын киләсәктә тағы ла 6 төбәктә асылыр тип көтөлә. Стәрлетамаҡтағы күп профилле полилингваль мәктәп эшмәкәрлеге менән БЮТ ижади төркөмө танышты.
Музыка дәресендә өсөнсө класс уҡыусылары башҡортса йырларға өйрәнә. Уҡыу процессын бер юлы ике педагог - класс етәксеһе һәм музыка уҡытыусыһы үткәрә. Был полилингваль дәрес рус һәм башҡорт телдәрендә уҙа. Шулай уҡ белем биреү барышында инглиз теле лә әүҙем ҡулланыла.
Ә бына 5-се кластан ҡытай теле өйрәнелә башлай. Әлбиттә, балаларға иероглифтар бик ауыр бирелә. Шуға ҡарамаҫтан сит тел йәш быуында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Был бер ҙә осраҡлы түгел, сөнки һәр дәрес үҙенең бай йөкмәткеһе менән айырыла. Бында инде Ҡытайҙа белемен камиллаштырған уҡытыусының өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Мәктәптә күләмле уҡыу эшмәкәрлеген алып барырлыҡ бөтә уңайлыҡтар, уҡыусыларҙың ижады өсөн күп функциялы коворкинг киңлектәре һәм шарттар булдырылған. Бөгөн бында ике меңдән ашыу бала уҡый. Шуға ҡарамаҫтан белем биреү бер сменала "тулы көн" режимында ойошторолған.
Полилингваль мәктәптәр - Башҡортостанда туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ҙур эштең һөҙөмтәле компоненты. Әле башҡорт һәм татар телдәре нигеҙендә мәғариф усаҡтары асылған, сиратта башҡа милләт балалары. Сөнки Башҡортостанда туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү буйынса эшмәкәрлек белем биреүҙең айырылғыһыҙ өлөшө.
Полилингваль белем биреүҙе тормошҡа ашырыу республиканың милли һәм этномәҙәни үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып мәғариф системаһының инновацион үҫешенә булышлыҡ итергә тейеш. Шуға ла яҡын киләсәктә мультителле ошондай заманса белем усаҡтары Учалы, Аҡъяр, Мишкә, Асҡын, Үрге Тәтешле һәм Бишбүләктә сафҡа инер тип көтөлә.
Илдар Байбулатов