Байрам датаһы 1755 йылда Мәскәү университеты ойошторолоуға бәйле. Һәр йылдағыса был көндә юғары уҡыу йорттарында белем алыусылар өсөн мәҙәни программа ойошторола. Башҡорт дәүләт медицина университетында ла төрлө конкурс, викториналар уҙғарылды. Шулай уҡ йәштәрҙе вуз ректоры Валентин Павлов шәхсан үҙе ҡотлап үтте. Осрашыу сиктәрендә студенттарҙы борсоған һорауҙар ҙа яуапһыҙ ҡалманы.
Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары бер юлы бер нисә һөнәр үҙләштереү, донъя кимәлендәге ғилми тикшеренеүҙәрҙә ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә. Бында буласаҡ табиптар ғына түгел, айти өлкәһе белгестәре, клиник психологтар ҙа әҙерләнә.