28 ғинуарҙа Рәсәй халыҡтары уйындары төбәк-ара мәҙәниәт фестивале ойошторола

Ғафури районында «Еҙем фест». 28 ғинуарҙа Рәсәй халыҡтары уйындары төбәк-ара мәҙәниәт фестивале ойошторола. Сара барышында уҡ атыу ярышы, күңелле старттар, башҡорт кухняһы менән таныштырыу ойошторола. Бәйгеләрҙә ил төбәктәренән йыйылған командалар ҡатнаша. 500-ҙән ашыу тамашасы килеүе көтөлә. Бынан тыш, ҡунаҡҡа туризм тармағы вәкилдәре лә саҡырылған. Фестиваль алдынан баш ҡалала ваҡиғаға бәйле туризм темаһына арналған форум үткәреү күҙаллана.