Ул ҡулдарында 6 мең 961 метр бейеклектәге Аконкагуа түбәһенә күтәрелде. Рәстәм Нәбиев телеграм-каналында яҙыуынса, уның сәйәхәте 9 көн барған. Аҙаҡҡы артылыш һәм кире лагерға төшөү өсөн 25 сәғәт ваҡыт киткән. Рөстәм Нәбиевтың исеме Рәсәйҙең Рекордтар китабына индерелгән. Ул ҡулдарында Европалағы иң бейек нөктә һаналған - Эльбрус тауына ла менгәйне. 2021 йылда ул шулай уҡ Непалдағы 8 мең километр бейеклектәге Манаслу тауын, былтыр Африка континентының иң юғары нөктәһе - Килиманджаро тауындағы Ухура бейеклеген яуланы.