Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай сираттағы пленар ултырышында өгөтләү материалдары буйынса закон тулыһынса ҡабул ителергә тейеш. Сит ил агенты исемлегенә индерелгән кешеләрҙең фекере ҡулланылған осраҡта, был турала мәғлүмәтте аныҡлау бурысы ҡуйыла. Бынан тыш, закон проектында дәүләт матбуғат сараларында һайлау ваҡытында өгөтләү материалдары өсөн урын бүлеүгә бәйле положение раҫлана.