Башҡортостан фәнни-технологик үҫеш буйынса федераль кимәлдә юғары баһа алды. Вице-премьер Дмитрий Чернышенко төбәктәр рейтингы менән таныштырҙы. Унда беҙҙең республика Мәскәү, Санкт-Петербург, Томск өлкәһе һәм Татарстан менән бергә лидерҙар исемлегенә индерелгән. Башҡортостанда Евразия фәнни-мәғариф үҙәге ойошторолдо. Былтыр Өфө фән һәм технологиялар университеты барлыҡҡа килде, вуз-ара студент ҡаласағы төҙөлә.