Башҡортостан менән Беларусь араһында сауҙа үҫешә бара

Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров "Беларусь 1" телеканалына интервьюла белдерҙе. - Сауҙаны арттырыу өсөн яңы мөмкинлектәр бар. Импорт һәм экспортты баһаланыҡ. Ул үҙгәреп тора, был ғәҙәти иҡтисади процесс, - тине Радий Хәбиров. Башҡортостанда Беларустең "АМКОДОР" предприятиеһы төҙөлә. Минскиға сода һатыу мөмкинлеге ҡарала, Белоруссиянан техника алына, шулай уҡ туризмды үҫтереү көтөлә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт