Ул йыл һайын донья кимәлендә билдәләнә. 1945 йылдың 27 ғинуарында совет ғәскәрҙәре фашистарҙың иң ҙур Освенцим концлагерын азат итә. Был концлагерҙы үлем лагеры тип атайҙар. 20-се быуат геноциды ваҡытында 4 миллионға яҡын кеше язалана һәм юҡ ителә. 2005 йылда Берләшкән Милләттәр ойошмаһының Генераль ассамблеяһы 27 ғинуарҙы халыҡ-ара Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу көнө тип иғлан итә.