Башҡортостанға ирекле батальон хәрбиҙәре махсус транспорт менән ялға ҡайтты

10 тәүлеккә ялға. Башҡортостанға ирекле батальон хәрбиҙәре махсус транспорт менән ялға ҡайтты. Александр Достовалов һәм Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекле батальон яугирҙары, шулай уҡ яраланғандан һуң дауалау курсын үткән ир-егеттәр легендар комдив һәйкәленә сәскә һалды. Шатлыҡлы осрашыу минуттарынан БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова репортажы.

Ялға ҡайтҡан ирекле батальон яугирҙарының тәүге туҡталышы - Совет майҙаны. Ир-егеттәрҙе түҙемһеҙләнеп көткән яҡындары, ғаиләләре ҡаршылай.

Башҡортостандан 22 ир-егет ярты йылға яҡын хәрби бурысын үтәгән. Александр Достовалов исемендәге ирекле батальон яугирҙары, шулай уҡ яраланғандан һуң дауалау курсын үткән Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон хәрбиҙәре тыуған ерендә 10 тәүлек ял итәсәк.

Ниһайәт, күптән көтөлгән осрашыу, ҡосаҡлашыу, күҙ йәштәре. Хәрбиҙәрҙе ғаиләләре, туғандары ҡаршылай. Рәхим ҡушаматлы яугир 4 айлыҡ сабыйын тәүге тапҡыр ҡулына ала. Өйҙә атаһын тағы ла 2 йәшлек улы көтә.

Ватан алдында хәрби бурысын үтәгән, үҙ ирке менән атайсалын яҡлаған ир-егетәрҙе өйҙәренә тиклем ҡайтарыу өсөн республика тарафынан транспорт бүленгән. Хәрбиҙәр өсөн ялға бирелгән ваҡыттың һәр минуты ҡәҙерле. Яҡындарын ҡаршылаусыларҙың теләге бер - ҡәҙерле кешеләре имен-һау әйләнеп ҡайтһын.

Республикаға үҙәкләштерелеп ҡайтарылған хәрбиҙәрҙең был тәүге төркөмө. Башҡортостандан автобустар ир-егеттәрҙе алдынғы һыҙыҡтан алып ҡайтты, ял иткәс тә, улар шулай уҡ бергәләшеп юлға сыға, был бик уңайлы. Быға тиклем ике төркөм хәрбиҙәр ял итеп, хәрби операция биләмәләренә кире юлланды.

Алик Камалетдинов, Башҡортостан башлығы кәңәшсеһе

Алда хәрбиҙәрҙе йылы осрашыуҙар, тыныс тормошта ҡыҫҡа булһа ла, ял көтә. Артабан яугирҙарҙы хәрби операция биләмәләренә алып барған транспорт киләһе төркөм егеттәрҙе ялға алып ҡайтыр тип күҙаллана.

Лилиә Мәҡсүтова