Баландың шифаһы тураһында күптәр белә, әсе һәм файҙалы емеш халыҡ медицинаһында киң ҡулланыла, уның тураһында шиғырҙар, йырҙар ижад ителгән. Әммә баланға арнап байрамдар ойошторолғаны юҡ ине. Был тәҡдимде тап Стәрлетамаҡтар, райондың ағинәйҙәр ҡоро күтәреп сыға. Тәүге балан байрамын улар 5 йыл элек уҙғара.
Сара күрше райондар ҡатнашлығында юғары кимәлдә үтә. Уны хәҙер райондың белем усаҡтары ла, башҡа йәмәғәт ойошмалары ла күтәреп алған. Был юлы байрам Сәтрлетамаҡтың 23-сө полилингваль күп профилле мәктәбендә ойошторолдо. Уҡытыусылар әйтеүенсә, йәш быуын халыҡыбыҙҙың аш-һыуҙарын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын белеп үҫергә тейеш. Балан әсе булһа ла, шифаһы күп, ул беҙҙең көндәлек тормошта лайыҡлы урын биләргә тейеш, ти ойоштороусылар.