«Йәшел дерби» өсөн юлаевсыларҙың фанаттары ғәҙәти булмаған баннер әҙерләгән. Унда «Биллды үлтереү»фильмындағы актриса Ума Турман һүрәтләнгән. Плакатта шулай уҡ ҡояштан һаҡлаусы ярылған күҙлек төшөрөлгән. Шулай итеп был яҡташтарыбыҙҙың дәғүәселәр көйәрмәндәренә үҙ яуабы булды. Сөнки бер нисә көн элек кенә улар Зиннәтулла Биләлетдиновты терминатор образында күрһәткәйне. Осрашыуға килгәндә, беренсе осор аҙағында, Василий Токранов тырышылығы менән ҡунаҡтар алға сыҡты. Тәнәфестән һуң Шакир Мөхәмәҙуллин пасы менән Сергей Шмелёв иҫәпте тигеҙләне. Өсөнсө осорҙа командалар уңышҡа ирешгә алманы, ә овертаймда боҙ хужалары ҡапҡасыны алды һәм Александр Хмелевски юлаевсыларға 2-1 иҫәбе менән еңеү килтерҙе. Сираттағы уйынынын яҡташтарыбыҙ иртәгә үҙ боҙонда Череповецтың «Северсталь» клубы менән үткәрә.