Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә «Алға» махсус иҡтисади биләмәһе резиденты менән таныштырҙы. Ул иң ҙурҙарҙан һаналған «М Синтез» заводы. Былтыр был майҙанда булғанда, эш башланып ҡына тора ине. Хәҙер аныҡ пландар күренә. Уны тулыһынса 2024 йылдың декабренә тамамларға ниәтләйбеҙ, тип яҙған төбәк етәксеһе. «М Синтез» заводы дизель яғыулығы өсөн цетан арттырыу ҡушымталары етештерәсәк. Ул яғыулыҡты экономияларға, зарарлы ҡалдыҡтарҙы кәметергә һәм двигатель эшенең һөҙөмтәлелеген күтәрергә мөмкинлек бирә.
«Алға» махсус иҡтисади биләмәһе үҫешә, һәм бындай предприятиелар айырыуса ҡыуандыра. Бында барлыҡҡа киләсәк производствоның техник һәм технологик кимәле буйынса Рәсәйҙә аналогтары юҡ. Әлегә тиклем баҙарҙың байтаҡ өлөшөн сит ил присадкалары биләй ине, илебеҙҙә уларҙы ни бары ике предприятие эшләй. Шулай итеп Башҡортостан илдең нефть һәм нефть химияһы үҙәге статусын раҫлай. Санкцияларға рәхмәт - импортты алмаштырыу өсөн эшләйбеҙ, - тип яҙған Радий Хәбиров.