12 ғинуарҙан баш ҡала райондарында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре ихата алдарын комплекслы таҙартыуға тотонған. Бер ихата алдын таҙартыуға ғына 10 яҡын урам йыйыштырыусы һәм бер-нисә трактор йәлеп ителә. Һәр бригада көнөнә 35 ашыу урам-ихата һәм 4 йорт тирәһен таҙартып өлгөрә.
Ҡаланы йыйыштырыусы торлаҡ -коммуналь хужалығы хеҙмәттәренә ҡарға күмелеп ҡалған автомобилдәр ҡамасаулай. Бер-нисә көн алдан идарасы компания сайтында комплекслы йыйыштырыу хаҡында бер-нисә көн алдан иғлан бирелһә лә, автоһәүәҫкәрҙәр күпселек осраҡта был үтенесте инҡар итә.