Һәр аҙна һайын уҙғарылған рейдтар артабан да дауам итәсәк

Рейдтар - изге эш. Һәм аҙна һайын уҙғарылған был профилактик сара артабан да дауам итәсәк, тине Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы етәксеһе Владимир Севастьянов. Сөнки тап ошо күләмле рейдтар ярҙамында юл-транспорт фажиғәләре һәм үҙ сиратында үлем осраҡтарын кәметеүгә өлгәшелгән. Ҡағиҙә боҙоусыларҙы, эскән килеш руль артына ултырыусыларҙы яуаплылыҡҡа тарттырыу мөһим түгел, ә водителдәрҙең рейдтарҙың аҙна һайын уҙғарылыуы һәм төшөрөп алған килеш юлға сыҡмауың хәйерлерәк икәнен белеүе күпкә һөҙөмтәлерәк.

Былтыр республика юлдарында авариялар һаны 11 процентҡа, үлемесле осраҡтар ҙа 15 процентҡа кәмегән. Шулай ҙа дөйөм хәл көсөргәнешле ҡала. Республикалағы һәр һигеҙенсе юл-транспорт ваҡиғаһы үлемесле тамамлана. Был ҡурҡыныс һандарҙы кәметеү өсөн дәүләт автоинспекцияһы ҙур көс һала. Шәхси состав менән бер рәттән техник мөмкинлектәр ҙә камиллаша. Былтыр видеотеркәү ҡорамалдары ҡала эсенән ҙур трассаларға күсерелгән. Быйыл иһә күсереп йөрөтмәле видеокамераларҙы арттырыу күҙаллана, тине Владимир Севастьянов.

Видеокамераларҙы федераль трассаларға күсереү менән унда авариялар һаны күпкә кәмене. Ә үлеү осраҡтары 48 процентҡа төштө. Муниципаль һәм төбәк -ара юлдарҙа киреһенсә хәл. Шуға күрә видеокүҙәтеү ҡорамалдарын арттырыу һәм авариялар күп теркәлгән юл участкаларына күсерәбеҙ. Шулай уҡ мобиль камералар ҙа артасаҡ. Улар юл хәрәкәтендә тәртип урынлашытырыу эшендә юғары һөҙөмтә бирә.

Владимир Севастьянов, ЮХХДИ идаралығы етәксеһе

Юлдарҙа тәртип урынлаштырыу эшендә ваҡытлы матбуғат, радио һәм телевидение хеҙмәткәрҙәре лә ҙур роль уйнай, тине Владимир Севастьянов. Йыл һөҙөмтәләрен барлауға арналған матбуғат конференцияһында баш автоинспектор ведомство эшен яҡтыртҡан, инспекторҙар эшенә мәғлүмәти ярҙам күрһәткән хәбәрселәрҙе тәбрикләне.