Уҙған йыл менән сағыштырғанда, экскурсияларға ике тапҡырға күберәк кеше йәлеп ителә. Улар өсөн мәҙәни-танып белеү, әүҙем, һауыҡтырыу, ҡатнаш турҙар ҡаралған. Төбәктең ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы коммерция булмаған ойошмаларға төрлө уҡыуҙар уҙғарып, өлкән йәштәгеләрҙең ялын ойоштороуға бәйле проекттарҙы тормошҡа ашырыуға дәүләт ярҙамы алыу мөмкинлектәре менән таныштыра.
Шулай уҡ район-ҡалаларҙа ғәмәлдә булған иң яҡшы практикалар ҙа өйрәнелә. Сираттағы семинарҙа Өфө, Архангел, Бөрө, Иглин райондарындағы социаль туризмға бәйле ҡыҙыҡлы проекттар ҡаралды. Осрашыуға «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһында ҡатнашыусылар ҙа саҡырылды.