Яугир рухы мәңгелек. Әбйәлил районы халҡы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәйфулла Ғәбитовты хөрмәтләп иҫкә алды. 112-се гвардия башҡорт кавалерия дивизияһы ҡаһарманына ошо көндәрҙә 100 йәш тулған булыр ине. Сара яугирҙың тыуған ауылы Таштимерҙә үтте. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ҡаһарманының беҙҙең телеканалға биргән һуңғы интервьюларының береһендә ул аттарҙың да Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индереүҙәре тураһында һөйләне. Ғәйфулла Ғәбитов Бөйөк Ватан һуғышында пулеметын дүрт атҡа егелгән тачанкаға тейәп, Дон ярҙарынан Германияның Эльба йылғаһына тиклем барып еткән яугирҙарҙың береһе.
Ғәйфулла Ғәбитов хаҡында иҫтәлек телевидение архивында, фотоһүрәттәрҙә генә түгел, халҡы күңелендә ҡалды. Ауылдаштары ла данлыҡлы яҡташының исемен онотмай. Бөгөн үткән хәтер кисәһе Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманының тыуыуына 100 йыл тулыуға арналды.
Хәтер кисәһе Ғәйфулла Ғәбитовтың туғандары, ауылдаштарын ғына түгел, мәктәп уҡыусыларын да бергә йыйҙы. Уның сиктәрендә яугир иҫтәлегенә бәйле хәтирәләр, тарихи факттарҙан торған махсус күргәҙмә лә ойошторолдо. Экспозицияла Ғәйфулла Ғәбит улының ғаилә архивынан алынған фотоматериалдар, документаль фильмдар файҙаланылды. Шулай уҡ орден-миҙалдар тағылған кител дә айырым урын биләне.
Ҡорал атылғанда илһам шымып ҡала, тигән ҡанатлы һүҙҙәр халыҡ араһында йәшәһә лә, уның да үҙ урыны булған. Фронт йырҙары бөгөн дә замандаштарын Ватанды һөйөргә, ҡәҙерләргә саҡыра. Шуға ла хәтер кисәһе Әбйәлил ауылы мәктәбе һәм Таштимер халҡы әҙерләгән концерт программаһы менән дауам итеп, Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ҡаһармандары булған ауылдаштарын иҫкә алыу менән тамамланды.
Азат Ғәлиуллин