Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон яугирҙары һәм махсус хәрби операция зонаһына оҙатылған дин әһелдәре менән осрашты. Фекер алышыу үҙәгендә-хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү мәсьәләләре күтәрелде.
Төбәк етәксеһе Башҡортостан батальондары хәрби хеҙмәткәрҙәренә бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйыуын хәбәр итте. Радий Хәбиров шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Азат Бадрановтың эшендә булышлыҡ итеүҙе һораны. Беренсе вице-премьер Башҡортостан хәрби хеҙмәткәрҙәре менән үҙ-ара эш итеү өсөн яуаплы итеп тәғәйенләнде.
Республика махсус операция биләмәһенә даими гуманитар колонналарҙы координация үҙәге аша оҙатыуын дауам итәсәк. Ылау туплауҙа сәнәғәт предприятиелары, ойошмалар, республика халҡы ярҙам күрһәтә. Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон командиры Евгений Токарев республика етәкселегенә иғтибары һәм ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе.