Башҡортостан башлығы «Каро» киноселтәре генераль директоры Александр Рязанцев менән осрашты

Һөйләшеүҙә Өфөнөң «Муха» анимация студияһы коллективы ла ҡатнашты. Радий Хәбиров билдәләүенсә, Артур Абдрахманов етәкселегендәге студия әле тулы метражлы «Төньяҡ Амурҙары» анимация фильмын тамамлау өҫтөндә. Осрашыуҙа уны киң прокатҡа сығарыу мөмкинлеге ҡаралды.

«Муха» студияһының был йәнһүрәте «Башҡортостан» киностудияһы менән берлектә, Республика етәксеһенең тәҡдиме менән төшөрөлгән. Анимация фильмы нигеҙендә тарихи ваҡиғалар ята, 1788 йылғы рус-швед һәм 1812 йылғы Ватан һуғышы. Тап француздар башҡорт яугирҙарын Төньяҡ Амурҙары тип йөрөтә. Башҡортостан кинематографияһы үҫешә, экрандарға яңы фильмдар сыға.

Был йәнһүрәт йәш быуынға патриотик тәрбиә биреүгә булышлыҡ итәсәк, тине Радий Хәбиров. Александр Рязанцев йәнһүрәтте федераль кимәлдә танытыуҙың бер нисә юлын тәҡдим итте. Шуларҙың береһе - «Төньяҡ Амурҙары» 29 ғинуарҙа Мәскәүҙең Кино йортонда күрһәтеләсәк.