Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә яҙыуынса, “М Синтез” ойошмаһында дизель яғыулығы өсөн цетанды арттырыу ҡатнашмаһы етештереләсәк. Бындай ҡушылма яғыулыҡты экономияларға, зарарлы төтөндө кәметергә һәм двигатель ҡеүәтен яҡшыртырға мөмкинлек бирә. Сеймалды “Газпром нефтехим Салауат” ойошмаһы килтерә. Йылына 30 мең тонна ҡатнашма сығарыу ҡарала. Әле буласаҡ заводҡа нигеҙ һалына, свайҙар ҡағыла, металл ҡоролмалары йыйыла. Эштәр 2024 йыл аҙағына тамамланырға тейеш. “Башҡортостан илдең нефть һәм нефть химияһы үҙәге дәрәжәһен раҫлай. Санкцияларға рәхмәт, импортҡа алмаш өҫтөндә эшләйбеҙ”, - тип яҙа Радий Хәбиров.