Быйыл махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар ғаиләһенә ярҙам өсөн 1,5 миллиард һум аҡса бүленә

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – Финанс министры Лира Иғтисамова  ошо турала белдерҙе. “Иң күп ярҙам саралары мәғариф йүнәлеше буйынса ҡаралған. 2 мең 600-ҙән ашыу ҡыҙ һәм малай балалар баҡсаһына бушлай йөрөй. Мәктәп уҡыусылары һәм колледжда белем алған йәштәр ашау өсөн түләүҙән бушатылған”, - тине ул.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар һәм уларҙың ғаиләләренә 20 мең һум түләнде. Был маҡсаттан республика ҡаҙнаһынан 400 миллион һум аҡса бүленде. Түләүҙәрҙе барыһы ла алды”, - тине Финанс министры. Яугирҙәргә ҡаралған ярҙам саралары менән Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы сайтында танышырға була.