Был турала Радий Хәбиров отпускыға ҡайтҡан хәрбиҙәр менән осрашыу барышында белдерҙе. Координация үҙәге булдырылған. Унда предприятие-ойошмаларҙан, халыҡтан ярҙам йыйыла. Республика етәксеһе әйтеүенсә, хәрбиҙәрҙең тәжрибәһе йәштәргә дөрөҫ тәрбиә биреүҙә лә әһәмиәтле була. - Барығыҙҙа ла көтәбеҙ. Хәрбиҙәрҙе ҡабул итергә әҙер булған шифаханаларҙы билдәләнек. Киләсәктә мотлаҡ бергә эшләйәсәкбеҙ, - тине Радий Хәбиров.