"Төньяҡ амурҙары" йәнһүрәтен илдең башҡа төбәктәрендә күрһәтеү мөмкинлеге өйрәнелә

Радий Хәбировтың "КАРО" киноселтәре директоры Александр Рязанцев  менән осрашыуында ошо турала һүҙ барҙы.  -Беҙҙең кино төшөрөү сәнғәте үҫешә. Күптән түгел Мостай Кәрим  әҫәрҙәре буйынса картиналар прокатҡа сыҡты. Булат Йосоповтың "Бабич", "Беренсе  Республика", "Шағир көндәлеге" фильмдары төшөрөлдө. "Төньяҡ амурҙары" йәнһүрәте Рәсәйҙә йәш быуынға тәрбиә биреүҙә әһәмиәтле, - тине Радий Хәбиров. Йәнһүрәт Башҡортостан Башлығы ярҙамы менән төшөрөлгән. Унда 1788 йылда Рәсәй-Швеция һәм 1812 йылғы Ватан һуғыштарында ҡатнашҡан башҡорт  яугирҙәре  һүрәтләнә.