Башҡортостанда эшҡыуарҙар ауыл хужалығы ерҙәрен ҡуртымға ирекле рәүештә ала

Федераль законға үҙгәреш көсөнә инде. Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, фермерҙарға 5 йылға ауыл хужалығы ерҙәрен аукционһыҙ алырға рөхсәт ителә. Эшҡыуар биләмәне маҡсатҡа ярашлы үҙе файҙаланырға тейеш, ерҙе башҡаларға ҡуртымға биреү тыйыла.